Бишбүләк районында Чечен Республикаһындағы хәрби конфликтҡа арналған матәм митингы үтте

Йыйылыусылар ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алып мемориаль комплекса сәскә гөлләмәләре һалды. 1994-96 йылдарҙа хәрби низағҡа Бишбүләк районынан 209 һалдат оҙатылған. Үкенескә, уларҙың алтыһы туған яғына кире әйләнеп ҡайтмаған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Чечен республикаһындағы ҡанлы ғәрәсәт тамамланыуға 27 йыл үтһә лә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыусыларҙың, уларҙың яҡындарының йөрәк яралары уңалмай. Ут эсендә  ғүмере өҙөлгән офицер Игорь Николаевтың әсәһенең дә улын иҫкә алмаған бер генә көнө лә юҡ. Ул әле булһа ғәҙелһеҙ һуғыш ваҡиғаларын ғәфү итә алмай. Яугирҙар хөрмәтенә ойошторолған сараларҙа йыл ?айын ҡатнашып Зинаида Николаева ғәзиз балаһының хәтергә ала.

Хәрби уҡыуҙар ваҡытында улым шылтыратып, беҙ иртәгә вертолетта Чечняға ҡыҙыу бәрелештәргә юлланабыҙ, тине. Ҡурҡһам да, барырға кәрәк, сөнки мин һалдаттар төркөмөн етәкләйем, улар мине генә тыңлай һәм уларҙы ташлай алмайым тине... Улым батырҙарса 23 йәшендә һәләк булды.

Зинаида Николаева, Чечен һуғышында һәләк булған И. Николаевтың әсәһе

Бишбүләк районындағы мәктәптә офицер Игорь Николаев иҫтәлегенә алтаҡта асылған. Урындағы музейҙа офицерҙың хаттары, эш документтары һаҡлана. Ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыусы ветерандар яҡташтарын иҫкә алып, патриотик акциялар ойоштороп район хәрбиҙәрен онотмаҫҡа тырыша.

Аяуһыҙ ҡыҙыу нөктәләрҙә ғүмере өҙөлгән ир-егетттәрҙе иҫкә алыу – тарихи сара ғына түгел. Ул илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге, тип билдәләй ветерандар. Йәш быуын ысын патриоттарҙы белеп үҫкәндә хәтер мәңгелек.

Фото №1 - Бишбүләк районында Чечен Республикаһындағы хәрби конфликтҡа арналған матәм митингы үтте

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ