Юлда тәртип булырға тейеш. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш автоинспектор Владимир Севастьяновҡа юлда һәләк булыусылар һанын кәметеү бурысын ҡуйҙы. Йыл башынан республикала 3 мең ярымдан ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа 454 кешенең ғүмере ҡыйылған, 4 мең 400-ҙән ашыуы имгәнгән.
Бик күп юл ҡазалары иҫерек водителдәр ғәйебе менән булған. Үткән аҙнала Башҡортостанда 226 эскән водитель ҡулға алынған.







