Яҡуттар саф һауала ял итә. Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында Ял һәм һаулыҡ паркы асылды. Унда ғаилә менән ял итеү, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар бар. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов әйтеүенсә, халыҡ яңы биләмәне яңы йыл бүләге тип ҡабул иткән.
Яҡут ауылында 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүсеһе.







