Байым ауылында “Йәш килен” район конкурсы үткән. Унда төрлө ауылдарҙан 9 ҡатын ҡатнашҡан. Бәйгеселәр һәр йәһәттән оҫталығын күрһәтә алды, ти сараны ойоштороусыларҙың береһе Марс Сәйетғәлин.
“Йәш килен” конкурсында Дәүләт ауылынан Илнара Лоҡманова Гран-при яулаған. Бындай ярыштар аралашыу даирәһен киңәйтә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй, ҡыйыулыҡты арттыра, ти еңеүсе.
Был аҙнала әбйәлилдәр "Шәп инәй" конкурсы еңеүсеһен асыҡлай. Әле Интернетта тауыш биреү бара. Ҡатнашыусылар менән Бәйләнештә социаль селтәрендә танышырға була.







