Улар клубты үҫтереү, уға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында фекер алышты. Башҡортостан етәксеһе футболсыларҙың Рәсәй премьер-лигаһындағы һуңғы матчтарҙағы уйындарын телгә алды. “Команда турнир таблицаһында юғары урындарға ынтылырға тейеш”, тине Радий Хәбиров. Шамил Ғәзизов республика етәкселегенә һәм Радий Хәбировҡа клубҡа күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан башлығы Спорт министры Руслан Хәбибовтың кандидатураһын клубтың попечителдәр советы рәйесе вазифаһына тәҡдим итте. Шулай уҡ балалар футболын үҫтереүгә иғтибар бирергә ҡушты.







