Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра бара. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, хөкүмәт алдында хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу бурысы тора.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 8 йыл эсендә миграция күрһәткестәре яҡшырыуы күҙәтелә, Башҡортостанға килеүселәр һаны китеүселәрҙән артҡан.







