Һуңғы өс йылда Йәрмәкәй районында ауылдарҙағы һыу селтәрҙәрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса ҙур эштәр алып барылды. Абдулла, Иҫке Сүлле, Рә-Тамаҡ, 8-се март исемендәге ауылдарҙа Республика социаль маҡсатлы программалары фонды иҫәбенә 60 миллион һумға яҡын аҡсаға һыу селтәрҙәре яңыртылды. Был эштә төбәк халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Район хакимиәте белгесе Энже Шафикова һөйләй.
“Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда төбәк программаһы булдырылған. Ул эсәр һыу сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.








