Республикала коронавирус йоҡтороусылар 115 меңгә яҡынлашып килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығанан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, 114 мең 820 кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. Үткән тәүлектә 512 кешелә инфекция раҫланған, 31 кеше вафат булған. Әле өй шарттарында 6 мең ярым, стационарҙа – 348 сирле коронавирустан дауалана. Дауаханала ятҡан 93 пациенттың хәле ауыр тип баһалана.




