Ферманың һауым залында итальян ҡоролмаһы ҡулланыла, малды бәйһеҙ тотоу ысулы бер юлы 600 баш һыйырҙы хеҙмәтләндерә ала. Заманса технология юғары етештереүсәнлектән тыш, малдарҙың һаулығы өсөн дә мөһим сифаттарға эйә, ти Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Дамир Байгилдин.
Бындай ҡорамалдар – ауыл хужалығының киләсәге. Һөт етештереүҙе юғары етештереүсәнле итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, ти Дамир Байгилдин
Киров исемендәге хужалыҡ Көйөргәҙе районында алдынғыларҙан иҫәпләнә. Бында 2 меңдән ашыу эре мал аҫрала, 16 мең гектарҙан ашыу майҙан эшкәртелә.







