Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Прививканың ике компонентын да 1 миллион 897 мең самаһы кеше эшләткән. Беренсе өлөшө 2 миллион 93 меңдән ашыу кешегә яһалған. Бер тәүлек эсендә 22 мең 830 мең кеше вакцина алған. Республикала 200-гә яҡын урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа иммунизация үтергә була. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Берҙәм телефоны: 122. Шулай уҡ Ситуация үҙәгенә шылтыратып, белгестәрҙән прививкаға бәйле белешмә алырға мөмкин.




