Республика менән идара итеү үҙәгендә ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡларға тырышалар. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Сәләм” тапшырыуында йәмәғәт транспорты мәсьәләһе ҡаралды. Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Урал Рисов һөйләй.
Әйткәндәй, Өфөлә туҡталышҡа автобус килеүен “Аҡыллы транспорт” мобиль ҡушымтаһы аша күҙәтеп барырға була. Бынан тыш, ҡалала ҡайһы бер урындарҙа туҡталыштарҙа электрон мәғлүмәт таблоһы ҡуйылған.







