8 йыл эсендә беренсе тапҡыр ыңғай һандар теркәлгән. Халыҡ Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин, Краснокама райондарын йышыраҡ һайлай. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Эксперттар белдереүенсә, республикала алып барылған социаль-иҡтисади һәм инвестиция сәйәсәте миграция күрһәткестәрен яҡшыртыуға килтергән. Башҡортостанда эшһеҙлек кәмегән, яңы эш урындары барлыҡҡа килгән. Иҡтисад фәндәре кандидаты Розалия Шәрәфуллина.







