Уҙған тәүлектә яңы инфекция диагнозы тағы ла 512 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 348 кеше дауалана, уларҙың 224-е – 60 йәштән өлкән пациенттар. Ауыр хәлдәге 93 кешенең өсәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 6 501 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 536 кеше һауығып сыҡҡан, 31 кеше вафат булған.
Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөн республикала 1 896 987 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн Башҡортостанда 2 484 667 кешене вакциналау планлаштырыла. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 22 831 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




