Республика ойошмаларында коронавирусҡа ҡаршы талаптарҙың үтәлеше тикшерелә

Термометр, сканер һәм тикшереүселәрҙең булмауы. Республика ойошмаларында коронавирусҡа ҡаршы талаптарҙың үтәлеше тикшерелә. Махсус рейдтар Башҡортостан башлығының тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторола.

Талаптар үтәлмәгән осраҡта оператив мәғлүмәт төрлө тармаҡ ведомстволарына ебәрелә. Рейдтарҙың береһенә БЮТ каналының ижади төркөмө лә сыҡты. Теманың дауамы хәбәрсе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ковидҡа ҡаршы инспектор ысынлап та, сығып киткәнме, әллә ул бөтөнләй урынында тормаймы – билдәһеҙ. Бер аҙ көтөп торғас, сауҙа үҙәгенең хужаһы килеп етте. Тап ул инспектор вазифаһын да башҡара икәнлеге асыҡланды. Тик бына һатып алыусыларҙың температураһын үлсәү өсөн термометр юҡ, ә битлектәр куртканың эске кеҫәһендә һаҡлана.

Теромометр кәрәк, тип беҙгә бер кем дә әйтмәгәйне. Бөгөн үк алып ҡуйырбыҙ. Битлектәрҙе лә һатып алырбыҙ.

Элхан Байрамов

Красный Холм ҡасабаһының икенсе сауҙа үҙәгендә лә шулай уҡ хәл. Һатыусылар һүҙҙәренсә, ковидҡа ҡаршы инспектор ролен алмашлап башҡаралар. Дәүләт учреждениеларында хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар юғарыраҡ.

Урындағы Мәҙәниәт йортонда тикшереүсе үҙ урынында, бында йөрөүселәрҙе теркәү өсөн журнал да бар. Тик бына барыһына ла 24 градус күрһәткән термометрҙың дөрөҫ эшләмәүе асыҡтан-асыҡ күренә. Әйткәндәй, Мәҙәниәт йортонда коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн октябрҙән алып мобиль пункт эшләй.

Инфекция таралмаһын өсөн хәүефһеҙлек талаптарына иғтибар кәмемәй. Ләкин  тәҡдим ителгән тәртип сәләмәтлекте һаҡлап ҡалырға, үҙеңде һәм яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргәнен аңлап етмәүселәр Яңауылда ла бар. Сауҙа үҙәгендә  температура үлсәнһә лә, куар кодтар тикшерелмәй. Һатып алыусылар ҙа ҡағиҙәләрҙе теүәл генә үтәй тип әйтеп булмай, ишетмәмешкә һалышып үтеүселәр бар.

Башҡортостан башлығының тикшереү идаралығы ҡунаҡханаларҙы ла күҙәтә. Бында беҙҙе сертификатһыҙ урынлаштырыуҙан баш тарттылар. Урындағы физкультура һауыҡтырыу комплексында ла куар кодһыҙ инергә ярамай.

Әле һәр учреждениеға ингән урында куар код йәки медицина белешмәһен күрһәтеү шарт. Белгестәр әйтеүенсә, был ысул хәүефле сирҙе таратыуға юл ҡуймаясаҡ. Тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре иһә протокол төҙөмәй. Уларҙың төп бурысы – иҫкәртмәләр яһау, Башҡортостан етәксеһе указы үтәлешен тикшереү.

Бар мәғлүмәт республика етәксеһенә һәм профилле министрлыҡтарға еткерелә. Сауҙа үҙәге икән, тимәк, Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы булһа – Спорт министрлығына. Улар хәүеһеҙлек сараларын булдырыу өсөн яуаплы.

Антон Первушин, Башҡортостан башлығының тикшереү идаралығы кәңәшсеһе
Фото №1 - Республика ойошмаларында коронавирусҡа ҡаршы талаптарҙың үтәлеше тикшерелә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ