Башҡорт мәҙәниәте –Мәскәүҙә...

Илдең баш ҡалаһында ике рәссам яҡташыбыҙ ижади эштәрен тәҡдим итте. Ижадҡа ҡараштары төрлө булып та, тормошта тыуған мөхитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлаған ҡыл ҡәләм оҫталарын башҡорт сәнғәтенә һөйөү берләштерә.

Гөлназ Ҡорамшина – декоратив сәнғәт оҫтаһы. Бала сағы Себерҙә үтһә лә башҡорт донъяһы – мәҙәниәтенә тартылып үҫә. Тыуған телгә, башҡорт милли кейемдәренә һөйөүҙе унда өләсәһе тәрбиәләй.

Өләсәйемдең һорауы буйынса күкрәксә тегә башланым. Матур ҙа, дөрөҫ тә килеп сыҡһын өсөн башҡорт милли кейемдәре тарихын өйрәндем. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен белеп, илһамланып уны башҡаларға ла күрһәтеү теләге тыуҙы.

Гөлназ Ҡорамшина, рәссам, «Ҡусҡар» башҡорт кәсептәре оҫтаханаһы етәксеһе

Ә Зифа Толомбаеваның картиналары мәңгелек ҡиммәттәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙы хаҡында. Ижадсы эштәренә сағыу буяуҙар, фәлсәфәүи уйланыуҙарын һалған. Күргәҙмәне Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ойошторған.

Күргәҙмәгә оҙаҡ әҙерләндем. Өфөлә эшләгән саҡта идеяларым менән ихлас уртаҡлаша торғайным. Мәскәү мәктәптәренә тәҡдим менән бигүк үтеп инеп булмай. Шуға уй-теләктәремде картиналарға төшөрәм. Коллекциям шулай тупланды.

Зифа Толомбаева "Сәнғәт" уҡытыусылар ассоциацияһы ағзаһы, һынлы сәнғәт буйынса эксперт
Фото №1 - Башҡорт мәҙәниәте –Мәскәүҙә...

Рәйлә Күсемханова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ