Өфөлә «Сикһеҙ акварель» ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң Алексей Кузнецов исемендәге 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә «Сикһеҙ акварель» тип исемләнгән ижади эштәр күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға быйыл көҙ балалар араһында үткәрелгән акварель һүрәттәр конкурсы еңеүселәренең 60-лап эше ҡуйылған.

Республиканың барлыҡ райондарынан да йәш рәссамдар ҡатнашҡан сара Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяровтың иҫтәлегенә арнала. Ойоштороусылар шулай уҡ акварель сәнғәтен популярлаштырыу маҡсатын да ҡуя. Күргәҙмә 31 декабргә тиклем эшләй.

Фото №1 - Өфөлә «Сикһеҙ акварель» ижади эштәр күргәҙмәһе асылды

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ