Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Милли педагогик форум асылды. Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров мәғрифәтсенең һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыуҙа ҡатнашты. Юғары һәм урта белем биреү уҡыу йорттары студенттарына Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды.
Ҡалтасы районы Бабай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле дәресе. Уҡыусылар башлыса марый милләтенән, әммә башҡортса дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтә, һөйләшә белә. 4-се синыф уҡыусылары уны дәүләт теле булараҡ өсөнсө йыл өйрәнә. Балаларҙың үҙ-ара иркен аралашыуында педагогтарҙың оҫталығын билдәләмәү мөмкин түгел.
Башҡорт телен һәм туған телдәрҙе өйрәтеү мәсьәләләре Өфөлә уҙған Милли педагогик форумда ла ҡарала. Сарла республика һәм ил төбәктәре педагогтары, ғалимдары ҡатнаша.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында республика төбәктәренән студенттарға Аҡмулла стипендияһын тапшырыу уҙҙы. Был наградаға Башҡортостан халыҡтары туған телдәрен өйрәнеүгә бәйле уҡыу һәм фәнни эшмәкәрлектә уңыштарға өлгәшкән йәштәр лайыҡ.
Тантаналы сара университет алдындағы майҙанда дауам итте. Радий Хәбиров мәғрифәтсе һәйкәленә сәскә һалды.
Быйыл был сара тағы бер мөһим ваҡиға - башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килде. Шуға күрә Башкорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендәге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде. Социаль селтәрҙәрәҙә флешмоб ойошторолдо.
Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов «Уралым» йырын башҡарып күптәрҙе таң ҡалдырһа, башҡа райондарҙың етәкселәре лә шиғырҙар һөйләне, туған телебеҙгә ҡарата һөйөүен белдерҙе.
Башҡорт теле көнө Ханты-Манси автономлы округында, Пермь крайы, Свердловск , Ырымбур, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләрендә лә билдәләнде.
Рәмилә Исмәғилева




