Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы мәғрифәтсенең тыуған яғы - Миәкә районында үтте. Риза Мағазов медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул байтаҡ йылдар Миәкә һәм Әлшәй райондары дауаханаларында эшләй. Ун йылдан ашыу Башҡортостандың төп дауаханаларының береһе - Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһын етәкләй. Аҡмулла премияһына лайыҡ булыу – ҙур баһа, тип белдерҙе Риза Шәйехйән улы һәм уның тормош иптәне Әнүзә Мөғәллим ҡыҙы.
Мифатхетдин Аҡмулла ижады үлемһеҙ. Уның әҫәрҙәре көнүҙәк булыуҙан туҡтамай, ти Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев.
Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған саралар декабрь аҙағына тиклем дауам итә.




