Радий Хәбиров Башҡортостандың эскпорт мөмкинлектәре менән таныштырҙы

Республика Башлығы бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығында сығыш яһаны. Был минуттарҙа Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында форумдың пленар ултырышы бара. Унда экспортты үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. “Былтыр республикала энергетика булмаған экспорт 40 процентҡа артҡан. Тышҡы сауҙа әйләнеше 21 процентҡа күбәйгән. Ошо аҡса республика иҡтисадын нығыта. Беҙ бәйләнештәр булдырабыҙ, партнерҙар менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырабыҙ”, - тине сығышында Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Башҡортостандың эскпорт мөмкинлектәре менән таныштырҙы

         Форум барышында бер нисә секция уҙа. Күңел асыу һәм шоу-бизнесҡа арналған ултырышта хәҙерге шарттарҙа халыҡҡа мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡиммәтәрен еткереү мәсьәләләре ҡаралды. Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков һөйләй.

Радий Хәбиров Башҡортостандың эскпорт мөмкинлектәре менән таныштырҙы

         Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 18 декабргә тиклем дауам итә. Бөгөн форум барышында “Йыл экспортеры” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү һәм “ТЭФИ-Капитал” премияһын тапшырыу тантанаһы уҙа.

Фото №1 - Радий Хәбиров Башҡортостандың эскпорт мөмкинлектәре менән таныштырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ