Сара Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙҙы. Андрей Назаров төп күрһәткестәр менән таныштырҙы һәм “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты тураһында һөйләне. Февралдән башлап белгестәр 200-ҙән ашыу компанияға консультация ярҙамы күрһәткән. Рәсәй экспорт үҙәге етәксеһе Вероника Никишина Башҡортостанда алып барылған эшмәкәрлекте юғары баһаланы һәм “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектын башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырырға тәҡдим итте.







