Бөгөн стационарҙарҙа 328 кеше дауалана, уларҙың 206-һы – 60 йәштән өлкән пациенттар. Ауыр хәлдәге 90 кешенең өсәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 6 484 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 507 кеше һауығып сыҡҡан, 28 кеше вафат булған.
Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөн республикала 1 910 652 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн Башҡортостанда 2 484 667 кешене вакциналау планлаштырыла. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 21 806 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




