Коллектив иммунитет булдырып...

Кушнаренко районы Бардовка ауылында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация буйынса күрһәткес 100 процентҡа үтәлгән. Урындағы халыҡ сәләмәтлеген алдан хәстәрләп, республика кимәлендә билдәлелек алды. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында хәҙер инде ревакцинацияға йыйылыусылар менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

Мөсәбировтар ғаиләһе иртә менән фельдшер-акушерлыҡ пунктына ревакцинацияға килде. Прививканы икенсегә ҡаҙатырға ваҡыт еткән. Өлкәндәр быға тиклем коронавирус менән сирләгәндәре булмаһа ла, инфекцияның ни тиклем мәкерле булыуын яҡшы аңлай. Вакцина оло бәләнән һаҡлай алырлыҡ көскә эйә тигән ышаныста.

Кушнаренко районы Бардовка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына хәҙер тик ревакцинацияға ғына йөрөйҙәр. Спутник V препаратының беренсе һәм икенсе компоненттарын ҡаҙатыу буйынса план тулыһынса үтәлгән. Уңыш сере  ябай. Урындағы халыҡ бер -береһен ҡеүәтләп, ауылға сирҙе индермәҫкә булған.

Йыл башынан Бардовка ауылында тик ун биш кеше, шул иҫәптән ике бала коронавирус менән сирләгән. Барыһы ла ауырыуҙы еңел формала үткәрә. Үлем осраҡтары теркәлмәгән. Дөйөм алғанда,

Кушнаренко районында вакцинация темптары юғары. Республика буйынса алтынсы күрһәткес.

Билдәле булыуынса, районда коронавирус йоҡторған осраҡтар ҙа ҡырҡа кәмегән. Бөгөн тик биш кеше генә республика ковид-госпиталдәрендә дауалана. Бардовка ауылына килгәндә, урындағы халыҡ фапты ремонтлауҙа ла әүҙемлек күрһәткән. Берҙәмлектә көс тигәндәй, һаулыҡты  алдан хәстәрләйҙәр.

Фото №1 - Коллектив иммунитет булдырып...

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ