Өфөлә бөйөк табип Альфред Ҡазихинуровтың иҫтәләгенә таҡтаташ асылды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия корпусында Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, доцент Альфред Ҡазихинуровтың иҫтәләгенә таҡтаташ асылды. Тантанаға йыйылыусылар Альфред Әлтәф улын  хәстәрлекле атай, киң күңелле шәхес, остаз булараҡ иҫкә алды.

Альфред Ҡазихинуров 1953 йылда Ҡариҙел районы Абдулла ауылында донъяға килә. Хеҙмәт юлын Республика клиник дауаханаһында башлай һәм ғүмер буйы урология бүлегендә эшләй.

Фото №1 - Өфөлә бөйөк табип Альфред Ҡазихинуровтың иҫтәләгенә таҡтаташ асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ