Өфө ҡала хакимиәте ултырышында Яңы йыл байрамы программаһы иғлан ителде. Байрам саралары 22 декабрҙә башланыр тип көтөлә. 2 ғинуарҙан 10-на тиклем Ленин һәм Салауат Юлаев майҙандарында мауыҡтырғыс тамашалар ойошторола.
Яңы йыл төнөндә Рус драма театры алдында эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Байрам салюты «Моторҙар төҙөү» мәҙәниәт һарайы алдында атыла. Программала «Мираж» төркөмө концерты көтөлә. Күңел асыу саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән ҡала хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.
Флорида Ким







