«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде

Призлы урындарға эйә булыусылар диплом һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Конкурстан тыш, башҡорт милли кейемен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән өлөштәре өсөн ҡайһы бер оҫталарға махсус бүләктәр тапшырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әсә кешенең ҡыҙҙары менән нәзәкәтлелеге һәм зауыҡлылығына ҡарап һоҡланмағандар һирәк. Өфөнән Зөлфиә Насирова конкурстың айырым номинацияһында еңеү яуланы. Ул үҙ ырыуының ҡомартҡы булараҡ һаҡланған традицион милли кейемен тәҡдим итте.

«Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалистары биш төр номинацияла билдәләнде. Һәр эш еңеүсе. Шуға ла быйыл Гран-при булманы. Ә беренсе урын яулаусыларға 100 мең һум күләмендәге сертификат тапшырылды. Һәр эш ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуынан тыш, тарихи нигеҙгә лә ҡоролған.

Ғөмүмән, конкурс аша башҡорт ырыуҙарын төҫмөрләргә мөмкин. Һәр ҡайһыһы традицион нигеҙгә таянып эшләнгән. Оҫталар уларҙы музей экспонаттарына, китаптарға ҡарап тергеҙгән.

Икенсе тапҡыр ойошторолған сараға донъяның төрлө илдәренән йәмғеһе 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Финалға үткән 36 оҫтаның ижади эштәр үтте.

Ә инде бүләкләү тантанаһы ҡатнашыусыларҙың эштәренән торған дефиле менән тамамланды. Улар араһында традицион, башҡорт орнаменттары менән байытылған көндәлек тормошта кейеп йөрөрлөк итеп тегелгән кейемдәр ҙә булды.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ир-егеттәргә ярашлы булғаны ла иғтибар үҙәгенә сығарылды. Сара сиктәрендә милли стилде пропагандалаған замандаштарыбыҙ юғары дәүләт наградаһы менән дә бүләкләнде. Конкурстың йомғағы итеп яңы клиптың исем туйы үтте.

Фото №1 - «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ