Автомобилдәр менән бәйле Рәсәй ярыштарында Башҡортостан командаһы 2-се урынға лайыҡ булды

 «Алға» тип исемләнгән төркөмгә ингән 14-17 йәшлек үҫмерҙәр бер нисә этаптан торған һынауҙарҙы үтеп еңеү яуланы. Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Ғафури, Ишембай райондарынан тупланған команда ағзалары кубок, миҙал һәм дипломдар менән бүләкләнде. Рәсәйҙең Мәғрифәт министрлығы бүләктәре «Торатау» конгресс холында тапшырылды.

Икенсе урын – беҙҙең өсөн беренсе урын кеүек, һаман ышанып бөтә алмайбыҙ. Ярыш сәмле лә, тәрбиәүи йәһәттән дә файҙалы булды. Беҙ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен төплө өйрәндек.

Азат Мәжитов, «Алға» төркөмө ағзаһы
Фото №1 - Автомобилдәр менән бәйле Рәсәй ярыштарында Башҡортостан командаһы 2-се урынға лайыҡ булды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ