Күгәрсен районының Семено-Петровское ауылында уйын майҙансығы сафҡа инде.
Спорт һәм балалар майҙансығы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә төҙөлә. Был проект йылдар дауамында ауыл халҡының мөһим мәсьәләләрен хәл итә. Һуңғы алты йылда Иртөбәк ауыл биләмәһендә клуб төҙөкләндерелелгән, сәхнә костюмдары, заманса аппаратура һатып алынған. Шулай уҡ ял паркында һәм зыяратта кәртәләр яңыртылған. Был юлы Семено-Петровское ауылында балалар майҙансығы асылды.
Әлфинә Килдейәрова




