Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 324 кеше дауалана, уларҙың 89-ы ауыр хәлдә, 5 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Үткән тәүлектә 495 кешелә инфекция раҫланған, 29 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, сир йоҡтороусылар 116 меңгә яҡыная. Вакцина яһатыусылар 77 проценттан ашты, 1 миллион 923 мең кеше иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. 2 миллион 110 меңдән ашыу кеше прививканың беренсе компонентын алған.




