Бөгөн Мәскәүҙә махсус иҡтисади биләмәләрҙең инвестицион рейтингы иғлан ителде. “Алабуға”, “Липецк” һәм “Ульяновск” зоналары алдынғылар исемлегенә инде. “Алға” – яңы булдырылған махсус иҡтисади биләмәләр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Кластер, технопарк һәм махсус иҡтисади биләмәләр ассациацияһы етәксеһе Андрей Шпиленко шул турала белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала инвестиция йәлеп итеү йүнәлешендә эш әүҙем бара. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.



