Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй медиакиңлеге: глобаль һәм милли аспекттар” тигән халыҡ-ара конференция үтә. Онлайн форматта уҙғарылған сара филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың тыуыуына 80 йыл тулыуына арнала. Башҡорт дәүләт университетының Журналистика кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Рәмзиә Мостафина һөйләй.







