Өфөлә ололарҙың вакцинация пунктында медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Октябрь аҙағында ойошторолған социаль проектҡа ярашлы, «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» биләмәһендә көнөнә 100-ләп кешегә прививҡа ҡаҙатылған. Бынан тыш, махсус үҙәктә оло йәштәге граждандар сәләмәтлекте нығытыуға бағышланған лекторийҙар тыңлап табиптар менән аралаша алды.

Статистикаға ярашлы, республикала коронавирустан вафат булған граждандарҙың 80 проценты өлкән йәштәге шәхестәр. Шуға ла оло быуын вәкилдәрен сирҙән һаҡлау, уларҙы ваҡытында прививка эшләргә саҡырыу, вакцинация пункттарында уңайлы шарттар ойоштороу мөһим маҡсат булып тора.

Фото №1 - Өфөлә ололарҙың вакцинация пунктында медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ