Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың утыҙ туғыҙынсы ултырышы үтте. Алтынсы саҡырылыш депутаттары илленән ашыу ҡануни документты тикшерҙе.
Депутаттар «2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындағы» закон проектын ҡараны. Иң ҙур сумма Республика адреслы инвестиция программаһына – 36 миллиард һум һәм юл фондына 29 миллиард һум бүлеү күҙ уңында тотола. Етем балаларға дәүләттән бирелә торған торлаҡ өсөн өҫтәмә финанслау була. Шулай уҡ белем усаҡтары хәүефһеҙлеген хәстәрләүгә лә өҫтәмә сығымдар талап ителә.
Парламент ултырышында ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе – коронавирусҡа бәйле хәл. Пандемияға ҡаршы көрәш иң тәүҙә дауаханаларҙа госпиталдәр асыу юлы менән башланһа, хәҙер хәүефле һәм йоғошло сирҙе дауалау йүнәлешен үҫтереү бурысы тора.
Яңы коронавирус инфекцияһы һөҙөмтәһендә килеп тыуған хәл һәм уның таралыуына ҡаршы көрәш буйынса саралар тураһындағы» доклад менән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сығыш яһаны. Был тема иң күп һорауҙар тыуҙыра, 17 декабрҙә республика парламенты депутаттары дарыу препараттары менән тәьмин итеү буйынса түңәрәк өҫтәлгә йыйыла.
Пленар ултырышта Йәмәғәт палатаһындағы мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы оҙатып йөрөүселәргә ҡағылышлы проект та ҡаралды.
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» ғы закондың 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты тикшереүгә әҙерләнә. Шулай уҡ телде өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған лингвометодик үҙәктәр ойоштороу өсөн хоҡуҡи база формалаштырыу бурысы тора.
Ултырышта ошо хаҡта башҡорт телендә сығыш булды. Башҡорт теле көнөн билдәләү, Аҡмулла уҡыуҙары һәм социаль селтәрҙә флешмобтар телебеҙгә булған иғтибарҙы арттырыу йүнәлешендә эшләй һәм ул артабан да дауам итәсәк.
Парламент ултырышында шулай уҡ республиканың айырым район-ҡалалары мировой судьялары вазифаларына һайлау өсөн кандидатуралар ҡаралды.
Депутаттар шулай уҡ Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттарын һәм Ҡоролтайҙың 2022 йылдың яҙғы сессияһына закон проекттары эшенең яҡынса программаһын тикшерҙе.
Рәмилә Исмәғилева




