Быйыл янғында һәләк булыусылар һаны артҡан

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Комиссия ултырышында белдерелде.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, быйыл утта 258 кешенең ғүмере ҡыйылған, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3-кә күберәк. Үлем осраҡтары бигерәк тә сатлама һыуыҡтарҙа, йәки байрамдар мәлендә теркәлә. Алда – Яңы йыл байрамдары, белгестәр был осорҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Янғын һүндереүселәр ҙә көсәйтелгән режимда эшләй, алдан рейдтар ойошторолоп аңлатыу эштәре алып барыла.

Белгестәр әйтеүенсә, шул уҡ ваҡытта ҡышҡы осорҙа һыуға батыусылар кәмей. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Каникул мәлендә бәлә-ҡаза йыш була. Һыуға батыусылар Өфө, Иглин райондарында йыш теркәлә.

Фото №1 - Быйыл янғында һәләк булыусылар һаны артҡан

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ