Хәрби полиция уҡыуҙарының ғәмәли өлөшөн тап шундай девиз аҫтында уҙа. Уның барышында офицерҙар физик әҙерлек кимәлен баһаланы һәм тактика буйынса белемен камиллаштырҙы. Үҙәк хәрби округы коммендатураларының етәкселәре өсөн уҡыуҙар хәрби полиция ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналды.
Полигонда күнекмә. Легенда буйынса хәрби полиция патруле ҡыҙыу нөктәләге тораҡ пунктта тероррсылар уты аҫтына эләккән. Хеҙмәткәрҙәр оператив шарттарҙа эш итеү оҫталығын шымарта. Йәрәхәтләнгән иптәштәшенә заманса медицина сараларын ҡулланып ашығыс ярҙам күрһәтә.
Хәрби полиция Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң йәш берәмектәренең береһе булыуға ҡарамаҫтан, ҡораллы бәрелештәрҙә сынығыу үтеп өлгөргән. Шуларҙың береһе Сүриә ғәрәп республикаһындағы ваҡиғалар. Уҡыуҙар барышында ҡыҙыу нөктәләрҙә тупланған тәжрибә менән бүлешеү мөмкинлеге булдырылды.
Саңғыла йүгереү хәрби полиция хеҙмәткәрҙәренең яратҡан спорт төрө. Рәсәй төбәктәрендәге коммендатуралар араһында йыш ҡына ярыштар уҙғарылып тора. Өфөлә уҙған уҡыуҙар барышында офицерҙар «Биатлон» спорт комплексы мөмкинлектәрен һынап ҡараны.
Уҡыуҙарҙың ғәмәли өлөшөндә хәрби полиция хеҙмәткәрҙәре физик әҙерлек нормативтарын да тапшырҙы. Турникта тартылыу, отжимание һәм гер күтәреү кеүек күнекмәләр офицерҙар өсөн көндәлек шөғөл булырға тейеш,- тигән фекерҙә уҡыуҙа ҡатнашыусылар.
Үҙәк округтың хәрби полицияһы етәкселеге Башҡортостандағы уҡыуҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Заман шарттарына ярашлы, офицерҙарҙың белемен камиллаштырыу, уларҙы ғәмәли күнекмәләр менән нығытыу өсөн тейешле бөтә шарттар ҙа булдырылды.
Рафиҡ Әхмәтшин







