Бөгөн Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестиваленә йомғаҡ яһалды

Республика кимәлендәге мәҙәни-спорт сараһы быйыл 15-се тапҡыр ойошторолдо. Коррекция мәктәп-интернаттарында тәрбиәләнгән 130 бала үҙ оҫталыҡтарын декоратив-ҡулланма сәнғәт, вокал, хореография, физкультура һәм спорт йүнәлештәрендә һынаны.

Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында быйылғы фестиваль онлайн форматта үтте. Ғәҙел һәм профессиональ жюри ағазалары һәр баланың сығышын лайыҡлы баһалаған.

Мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан был фестиваль балаларҙың бөтә яҡлап та һәләтле булыуҙарын күрһәткән. Ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү уларға рух ныҡлығына, оҫталыҡҡа һәм батырлыҡҡа өйрәткән. Тырышлыҡтары һәм еңеүгә ынтылыштары өсөн балалар бүләктәр һәм дипломдар менән баһаланды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестиваленә йомғаҡ яһалды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ