Сара Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Рәсәй ислам университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан ойошторолған.
Форум бер нисә өлөштән тора, уның сиктәрендә фәнни-ғәмәли кнференция ойоштороу, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, был сара бик мөһим, терроризмға, экстремизмға ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ барғанда көстәрҙе бергә туплау, берҙәм булыу мотлаҡ.
Икенсенән, йәш быуынды традицион исламға ылыҡтырыу, шикле ағымдарға ҡушылыуҙан һаҡлау бурысы тора. Ә бынан кадрҙар әҙерләү, уҡыу әсбаптары менән бәйле ҙур проблемалар юҡ. Республикала көслө дини белем биреү учреждениелары эшләп килә, яңы методик ҡулланмалар донъя күрә.
Әле Өфөлә Рәсәй ислам университетының 5 мең 500 квадрат метрҙы биләгән яңы корпусы төҙөлә, уны киләһе йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Был университет илдәге иң ҙур ете дини уҡыу йорттарның береһе, әле унда төрлө төбәктәрҙән меңгә яҡын студент белем ала.
Рәмзиә Кәримова







