Был юлы сара күптән түгел баш ҡалал асылған «Йәшлек House» бинаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойошторолдо.
«Самауырлы ритайым» былтыр башланғыс алыуына ҡарамаҫтан, төрлө быуын вәкилдәренең бөгөн көтөп алынған осрашыу майҙаны. Йыйылыусылар аралаша, ижади һәләттәрен күрһәтә.
Проектты онотолған йоланың тергеҙелеүе, тип тә атарға мөмкин. Ҡасандыр Салауат Юлаев майҙанына йыйылған халыҡ йәйгеһен Ағиҙел яры буйында бейеһә, бөгөн зауыҡлы бинала күңел асты. Замандаштарыбыҙ сараға башлыса оциаль селтәр аша белеп килә. Улар йыр-моң тыңлап ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә сығыш яһай.
Азат Ғәлиуллин




