Боҙ өҫтөндә «ҡырмыҫҡа иләүҙәре»

Боҙ өҫтөндә «ҡырмыҫҡа иләүҙәре»

Ауырғазы районы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар кислород етмәүҙән тонсоҡмаһын өсөн мәкеләрҙе ҡар менән күмәләр. Ҡотҡарыу операцияһы сиктәрендә конус формаһында бәләкәй тауҙар хасил була. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ауырғазы районы Кешәнне ауылы янындағы күлдә балыҡсылар көсө менән мәке уйыу операцияһы башланды. Тик улар хәҙер ҡамыш, йә һалам аҫтында ҡалдырылмай. Көрәк ярҙамында ҡар менән күмелә. Туңмаҫ мәкеләр яһау башланғысы менән экоактивист Миҙхәт Хәсәнов сыҡҡан.

Күл өҫтөндә «ҡырмыҫҡа иләүе»нә оҡшаш тауҙар хасил булды. Миҙхәт Хәсәнов уларҙы ҡар ҡойолары тип тә атай. Был технологияны ул себер яҡтарында йәшәгәндә уңышлы һынап ҡараған. Хәҙер тыуған яғында ла балыҡтарҙы ҡотҡарыу операцияларын уҙғара. Изге эшкә Толбазы ауылынан Ильясовтар ғаиләһе лә ҡушылған. Тәжрибәле балыҡсылар билдәләүенсә, яңы алым буйынса бер мәке ҡороуға яҡынса биш минут ваҡыт талап ителә.

Балыҡтар һыуһыҙ ғына түгел, кислородһыҙ ҙа йәшәй алмай. Шуға күрә биләмәлә тиҫтәләп мәке уйылды. Шул уҡ ваҡытта балыҡсылар яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыт тапты. Боҙ ҡатламы яҡынса утыҙ сантиметрға еткән, шуға хәүефләнергә урын юҡ, ти улар.

Акцияны ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға яраҡлаштырып яңы технология буйынса мәкеләр уйыу балыҡтарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ҡырмыҫҡалар торлағында – иләүҙә йылылыҡ һаҡланғандай, ҡар ҡойолары ла боҙ аҫтындағы тереклеккә тын алыу мөмкинлеге бирәсәк.

Фото №1 - Боҙ өҫтөндә «ҡырмыҫҡа иләүҙәре»

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ