Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр һатыу тәртибе үҙгәрә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың пленар ултырышында закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, 3 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылмай. Әммә ваҡыты сикләнә. 3 ғинуарҙа – иртәнге һигеҙҙән 4, 5, 6 ғинуарҙа иртәнге ундан киске бишкә тиклем генә һатыла. Ҡалған көндәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыу ваҡыты ғәҙәттәгесә иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем була. Депутаттар билдәләүенсә, республикала алкоголь баҙарында хәл яҡшырған, эсеп үлеүселәр кәмей. Шуға быға тиклем булған сикләүҙе йомшартырға ҡарар ителгән.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәр һатыу тәртибе үҙгәрә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ