Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тунис республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Тариҡ бән Сәләм менән осрашты. Һөйләшеүҙә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һәм Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәҡбәров ҡатнашты.Улар сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Әле республикалар араһындағы тауар әйләнеше күләме 8 миллион доллар самаһы. Уның төп өлөшө республика экспорты. 10 ай эсендә ул былтырғы йыл менән сағыштырғанда 5 ярым тапҡырға артҡан. Беҙҙән Төньяҡ Африкалағы ғәрәп дәүләтенә йышыраҡ химия сәнәғәте тауарҙары оҙатыла. Әңгәмә барышында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөмкинлегенең юғары булыуы билдәләнде. Андрей Назаров Тунис йәштәрен Башҡортостанға уҡырға саҡырҙы.
Тунис республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Тариҡ бән Сәләм ике арала хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөһимлеге тураһында белдерҙе.
Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Иртәгә баш ҡалабыҙға Ҡаҙағстан делегацияһының килеүе көтөлә.







