Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. Быйыл Баҫыу урамын тәртипкә килтереү ниәте бар. “Ошо урамда күп ауылдарға медицина ярҙамы күрһәткән дауахана урынлашҡан”, - ти фельдшер, ауыл Советы депутаты Ләсән Ғәфүрйәнова.
Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһенә 10-ға яҡын ауыл ҡарай. Унда 1 мең самаһы кеше йәшәй.
#ППМИ #урындағы_башланғыстар #Асҡын районы







