Башҡортостан башлығы Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашты

Денис Мантуров республиканың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге Бөтә Рәсәй рейтингында алдығылыҡ яулауын билдәләне. Ул шулай уҡ электрон сәнәғәт өлкәһендә технопарктар инфраструктураһын булдырыуҙа дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланыу тәҡдимен индерҙе.

Механизм киләһе йылдан эш башларға тейеш. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәк-ара кооперацияны үҫтереү юлдары барланды.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры менән осрашты

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ