Башҡортостандан ике педагог ил кимәлендәге «Рәсәй тәрбиәселәре» конкурсында еңеү яуланы

Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү байрамы илдең бөтә төбәктәрендә лә тура эфирҙан күрһәтелде. Башҡортостанда еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте.

Инструктор Римма Сәйғәфәрова һәм тәрбиәсе Миләүшә Шәфиева Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында оҙаҡ йылдар эшләп тәрбиәүи проекттары менән еңеү яулаған.

Бынан тыш, сарала мәғариф өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙең ултырышы уҙҙы. Түңәрәк өҫтәлдә балаларҙы заман талаптарына ярашлы уҡытыу һәм тәрбиәләү, уҡыу программаһын камиллаштырыу, уңайлы шарттар булдырыу кеүек һорауҙар күтәрелде.

Фото №1 - Башҡортостандан ике педагог ил кимәлендәге «Рәсәй тәрбиәселәре» конкурсында еңеү яуланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ