«Тылсымлы ҡурай моңо» 4-се асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Ул Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә Туймазы районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Быйыл бәйгелә 22 район һәм ҡаланан, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән 18 ансамбль һәм 89 яңғыҙ башҡарыусы һынау тотто.

Ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, һайлап алыу этабы ситтән тороп уҙғарылды. Финалға сығыусылар Гала-концертҡа йыйылды. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға – 7, ә иң олоһона 77 йәш ине.

Белорет районынан Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстар еңеүсеһе Мөхәмәт Түләбаев «Тылсымлы ҡурай моңо» 4-се асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.

Фото №1 - «Тылсымлы ҡурай моңо» 4-се асыҡ һәүәҫкәр ҡурайсылар конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ