Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре студенттар өсөн интеллектуаль уйын уҙғара

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдары темаһына арналған. Сираттағы «Еңеү» исемле уйын Иглин ауылы музейында үтте. Сарала Башҡорт аграр колледжы студенттары көс һынашты. Бәйге биш этапта үтә, һәр береһендә ҡатнашыусылар алтышар һорауға яуап бирҙе.

Һорауҙарҙың күбеһе Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға арналғайны. Интеллектуаль уйында ҡатнашыу өсөн Пушкин картаһы ҡулланыла.

Фото №1 - Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре студенттар өсөн интеллектуаль уйын уҙғара

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ