«Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» сиктәрендә «Беренселәр ваҡыты» тип исемләнгән төбәк бизнес-премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Мәртәбәле наградаға республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индергән эре сәнәғәт предприятиелары лайыҡ булды.
Уңышлы эшмәкәрлек алып барып, юғары күрһәткестәргә ирешкән компания етәкселәре Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Сара сиктәрендә «Йыл эшҡыуары» республика конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Быйыл 16 номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты» тип Яңауылдан медицина клиникаһы етәксеһе Эльвира Фәтхуллинаның эш тәжрибәһе иң уңышлыһы тип танылды.
Гөлназ Хәйбуллина







