Баш ҡалалағы ҙур сауҙа селтәренә ҡараған магазиндарҙың береһендә республика фермерҙары етештергән тауар айырым кәштәгә ҡуйылды. Бындай проектты тормошҡа ашырыуҙа Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү корпорацияһы ярҙам иткән. Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, “Фермер утрауы” сауҙа нөктәһе үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте күберәк һатырға мөмкинлек бирәсәк.




