Башҡортостан эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса дүртенсе саралар планы тормошҡа ашырыла.  Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов шул турала белдерҙе. Дәүләт ярҙамының ҙур өлөшө ауыл хужалығына күрһәтелә. “Мелиорация, техника яңыртыу айырым иғтибарға алына”, - тине Рөстәм Моратов.

Башҡортостан эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә

Форум барышында Республика Хөкүмәте һәм Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы араһында килешеү төҙөлдө. Ул бизнесҡа адреслы финанс ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Корпорацияның генераль директоры Александр Исаевич Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән ярҙамды юғары баһаланы.

Башҡортостан эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы бөгөн  тамамлана. Унда Ҡаҙағстандан ҙур делегация ҡатнашыуы көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостан эшҡыуарҙарға  ярҙам күрһәтә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ