Башҡортостанда яңы полилингваль мәктәптәр төҙөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 2024 йылға ошондай 10 гимназия асыу маҡсаты ҡуйыла. Улар ябай мәктәптәргә әүерелмәҫкә тейеш. Бындай уҡыу йорттарында иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә, иң яҡшы алымдар ҡулланыла, тине Радий Хәбиров. Күптән түгел Нефтекамала татар полилингваль гимназияһы асылды. Мишкә районында мари гимназияһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡортостанда сыуаш гимназияһы асыла, әле уның урыны һайлана.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы полилингваль мәктәптәр төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ