Бөгөн "Бәхет биләмәһе" хәйриә фонды попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова "Йыл ғаиләһе" бөтә Рәсәй конкурсы һәм "Волга буйы округы уңышлы ғаиләһе" конкурсы еңеүселәре менән осрашты. Быйыл "Йыл ғаиәле" конкурсында Башҡортостанда 87 ғаилә ҡатнашты. "Йәш ғаилә" номинацияһында Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе еңде. Мәләүездән Мәхмүтовтар ғаиләһе республика конкурсында "Алтын ғаилә" номинацияһында иң яҡшыһы булды.







